

Көнләшкәндәр, әйҙә, көнләшһендәр,
Йылмайыулы йөҙөм һуламаһын.
Күңелемдең асыҡ ишегенән,
Ҡайғы еле генә уҙмаһын.
Мин бәхетле үткән, бөгөнгөмдә,
Ауырлыҡты еңеп барамын.
Рәхәт яғын күреп һәр миҙгелдең,
Йөрәгемә йыйып һаламын .
Һөйләйҙәрме, әйҙә, һөйләһендәр,
Эҙләһендәр насар яғымды.
Йәшәйем икән, тимәк, хаҡым барҙыр,
Өмөтләндерергә йәнемде.
Ғүмер балҡышының яҡтылығы,
Күҙҙәремдән бер ҙә китмәһен.
Һөйләйҙәрме, тимәк, мин иҫән - һау ,
Йылдар яңғыҙ ғына үтмәһен.
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.