Ауылыма ҡайтып күрше-күлән,
Күл буйҙарын ҡат-ҡат ураным,
Тынғы таба алмай күңелемә,
Үҙ ояма ҡайтып иланым.
Аҙашҡан ҡаҙ бәпкәһе кеүекмен,
Унда барам, бында һуғылам,
Ҡаҙ бәпкәләреләй кескәй сағым,
Оям тулы саҡты һағынам.
Урам буйлап үттем ҡарай-ҡарай
Тулы ояларға һоҡланып,
Ҡаҙ бәпкәһе кеүек тойҙом үҙем
Йөрөгәндәй шунда юғалып.
Үҫкән оям минең буш шул хәҙер,
Бәпкәләре уның таралды,
Оябыҙҙың һаҡлап йылытыусы
Атай-әсәйем дә юҡ инде.
Рәйлә Ғәниева фотоһы.