Мәҙәниәт
5 Ноября 2023, 11:00

Йә, Хоҙайым, минең балаларҙы...

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Йә, Хоҙайым, минең балаларҙы
Бәлә - ҡазаларҙан арала.
Бәхет, шатлыҡ, тәүфиҡтары булып,
Матур йәшәһендәр ары ла.
Бир һин бал[а]ларыма оҙон ғүмер,
Тормоштары булһын бәхетле.
Үҙ балаларын үҙҙәре бағып,
Татыһындар оло бәхетте.
Яҙһын бал[а]ларыма олоғайып,
Ҡайны - ҡәйнә йөгөн тартырға.
Олатай - өләсәйгә ашҡынып
Ейәндәре торһон ҡайтырға.
Хеҙмәт юлдарында баҫҡыстарға
Йә, Хоҙайым, яҙһын үрләргә.
Беҙҙең шатлыҡ, таяныстар булып
Бир, Хоҙайым, донья көтөргә.

Автор:Зөлфирә Ғәлиева
Читайте нас