Мәҙәниәт
4 Ноября 2023, 10:00

Үҙ көйөңә йәшә

.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙ көйөңә йәшәҮҙ көйөңә йәшә
Үҙ көйөңә йәшә

Һәр кемгә лә оҡшап бөтөп булмай,
Кем өсөндөр бик тә яҡшымын.
Кемдәргәлер урын етмәй ерҙә,
Ҡаплайһың кеүек ҡояш ялҡынын.

Һәр кешегә ярап бөтөп булмай,
Кемдер маҡтай,кемдер һоҡлана.
Кемдәрҙеңдер йөрәктәре яна,
Һинең арттан һаман һуҡрана.

Ә һин йәшә,үҙ көйөңә генә,
Дошман көйһөн, дуҫтар һөйөнһөн!
Һәр кемгә лә оҡшайым әле тиеп,
Ярарға һин тейеш түгелһең!!!

 

Рәйлә Ғәниева фотоһы.

Автор:Хәлиҙә Әсхәҙуллина
Читайте нас