Мәҙәниәт
1 Ноябрь 2023, 10:00

Хәлең нисек тейеп һораһағыҙ...

.

Хәлең нисек тейеп һораһағыҙ
Яуап әҙер, хәлем бик яҡшы,
Хәлгенәмде белер өсөн булһа
Яуабымдың әйтәм дөрөҫөн.

Хәлең нисек тейеп һораһағыҙ
Хәлдәремде беләм тик үҙем,
Ауырлыҡтар килһә сабыр итәм
Тештәремде ҡыҫып мин түҙем.

Һорамағыҙ берүк хәлдәремде
Кеше хәле ниңә кешегә,
Ауыр саҡта урап үтә
Дуҫың түгел, яҡын кешең дә.

Заманалар хәҙер инде башҡа
Ашап эскән саҡта дуҫ кәрәк,
Ауыр саҡта иңгә ҡул һалырҙай
Тоғро дуҫтар хәҙер бик һирәк.

Хәлең нисек тейеп һораһағыҙ
Яҡшы минең, яҡшы хәлдәрем,
Ауырлыҡҡа, шатлыҡ, хәсрәттәргә
Сабыр ғына түҙеп йәшәүем.

Автор:Закира Ганиева.
Читайте нас