Туған өсөн туған ҡайғырмаһа,
Кем ҡайғыртһын тағын донъяла!?
Бер кеше лә азат түгелдер ул
Баштарына килер ҡайғынан...
Һағыштарҙы таратырға теләп
Күңел өҙөлөп көткән сағында
Өҫтәл көйләп, эс сереңде һөйләр
Туғандарың булһын яныңда.
Ауырғанда хәлең белешергә,
Кергән кешең булһын туғаның.
Шунда гына йәмен тойорһоң һин
Йәшәүеңдең тәмен, донъяның...
Ярҙам һорап килеп боролмаһаң
Туғаныңа әгәр йән менән,
Ниңә кәрәк был донъяла йәшәү,
Кеҫә тулы байлыҡ, мал менән...?
Йәшәүҙәргә өмөт бирә алған
Дуҫ-туғандар булһын яныңда.
Йә, бер Раббым, яҡын туғандарҙан
Мәңгелеккә генә айырма...
Үтенеп һорайым, беҙҙе айырма...