Һөйләй күрмә серҙәреңде
Ҡайғы күрмәгәндәргә
Йөрәктәрен битарафлыҡ
Ауы йүрмәгәндәргә.
Аңламаҫ улар хәлеңде
Бары һүҙ йөрөтөрҙәр.
Былай ҙа ауыр яраңды
Тағы тәрәнәйтерҙәр,.
"Дуҫым", тиеп серең сисмә
Дуҫтың да дуҫы була.
Ана шулай серең менән
Тиҙҙән бар донъя тула.
Һөйлә ҡайғыңды елдәргә
Ағым һыуҙарға һөйлә.
Күңелең бушанып ҡалыр
Улар сер һаҡлай белә...