

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Минияр Маннанов юбилярҙарҙы ҡотлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын һәм бүләктәр тапшырҙы. Атай-әсәйҙәрен ҡотларға тип сәхнәгә балалары, яҡындары һәм туғандары ла күтәрелде. Ғаиләләр иһә бергә татыу йәшәү серҙәре менән уртаҡлашты.