Мәҙәниәт
27 Октября 2023, 10:00

Минуттарҙан көндәр яһала ла...

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Минуттарҙан көндәр яһала ла,
Көндәр әйләнәләр йылдарға...
Үткән йылдар әүерелә бара
Йөрәк түрендәге моңдарға...

Ҡәҙерҙәрен белһәк минуттарҙың,
Бергә булған һәр бер сәғәттең...
Тамырҙарын сапһаҡ, йәлләмәйсә,
Ваҡыт юҡ шул! тигән сәбәптең...

Яҡындарҙың күҙҙәренә ҡарап,
Һағыш - шытлыҡтарын аңлаһаҡ,
Әйтер һүҙҙе ваҡытында әйтеп,
Яратырға һуңға ҡалмаһаҡ...

Үкенесле үтмәҫ ине йылдар...
Әүерелмәҫ ине моңдарға...
... Минуттарҙан көндәр яһала ла,
Көндәр әйләнәләр йылдарға...

Автор:Сәкинә Тотманова.
Читайте нас