

Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенең, шулай уҡ Белоруссияның һәм Абхазияның туристик тармағы вәкилдәре йыйылған.
Этнотуризм, мәҙәни-тарихи туризм йүнәлеше, билдәле бер халыҡтың йәшәгән төбәгенә барып, уларҙың мәҙәниәте һәм көнкүреше, иҫтәлекле урындары, теле, фольклоры, йолалары, байрамдары, кейеме, аш-һыуы менән танышыуҙы күҙ уңында тота. Сара республикала өсөнсө тапҡыр ойошторола. Башҡортостан - төрлө халыҡтар йәшәгән үҙенсәлекле төбәк, беҙҙә башҡорттарҙың ғына түгел, рустарҙың, татарҙарҙың, сыуаштарҙың, мариҙарҙың, удмурттарҙың, белорустарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкин.
Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәге артистары форум ҡунаҡтарын ҡаршы алған. Ә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының (Тирмән-Йылға тораҡ районы) художество етәксеһе Лиана Новикова улар өсөн экскурсия үткәреп, башҡорт халҡының көнкүреше менән таныштырған.
Шулай уҡ Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәге вәкилдәре күндән изделиелар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресендә лә ҡатнашҡан. Форумда бик күп күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр ойошторолған, унда магниттарҙан алып ҡул эштәре әйберҙәренә тиклем (бижутерия, кейем, күн изделиелар) төрлө сувенирҙар һатып алырға мөмкин була.
Фото: https://vk.com/iznk02