Һиҙҙермәйсә генә теүәл итеп,
Ваҡыт һанай үткән көндәрҙе.
Осраштырып, ҡауыштырып
Йә айырып әллә кемдәрҙе...
Ваҡыт даръяһының үҙ хисабы,
Унда иҫәп минут, сәғәтләп.
Берәүгә лә унда ташлама юҡ,
Берәүҙе лә тормай өгөтләп.
Минуттарҙан ваҡыт йылдар йыя,
Ул үҙгәртмәй һис тә ғәҙәтен.
Һинән яҡшы хәтирәләр ҡалһын,
Туҡтаһа ла ғүмер сәғәтең...