Мәҙәниәт
25 Октября 2023, 08:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ауылдашыбыҙ, фронтовик, шағир Яҡуп Ҡолмой исемен йөрөткән Ҡанаҡай мәктәбендә шағирҙың 105 йыллыҡ юбилейына арналған шиғыр уҡыусылар бәйгеһе үтте. Унда район мәктәптәренән утыҙға яҡын уҡыусы ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Сараға килгән ҡунаҡтар иң беренсе Я.Ҡолмойҙоң бюстына сәскәләр һалды. Һуңынан шағирға арналған музейҙа булды. Әйткәндәй, музей райондың иң яҡшыларынан һанала.

Аҙаҡ матур итеп биҙәлгән залда бәйгелә ҡатнашыусы балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр йыйылды. Бәйгелә Я.Ҡолмойҙоң төрлө йылдарҙа яҙған тыуған илгә, тәбиғәткә, хеҙмәт кешеһенә арналған шиғырҙары яңғыраны.

Жюри ағзаһы булараҡ балаларҙың шундай тасуири, күңелдәргә үтеп инерҙәй итеп шиғыр уҡыуҙарына һоҡландым! Әлеге интернет заманында яттан шиғыр һөйләгән балаларҙың уҡытыусыларына ҙур рәхмәт әйтке килә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары, И.Ғиззәтуллин исемен йөрөткән Әрмет мәктәбе, Маҡар һәм башҡа мәктәп уҡыусыларының шиғыр һөйләү оҫталыҡтарына хайран ҡалдым.

Ҡанаҡай мәктәбе коллективы директор Зилә Миниәхмәт ҡыҙы етәкселегендә бик фәһемле сара әҙерләгән. Бигерәк тә Фахретдинова З., Ишмөхәмәт Сәйфулла улы, Даминева А., Ибрагимова Ә. ошо матур сараны үткәреүгә күп көс һалған.

Сараға саҡырылған ҡунаҡтарҙан - ауылдашыбыҙ, Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙының сығышы сарала ҡатнашыусыларға бик оҡшаны.

Бәйгелә ҡатнашыусы балаларҙы уңыштары менән ҡотлау тантанаһы уларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым. Ошондай саралар балаларҙы илһөйәрлек рухта тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, Ҡанаҡай ауылы.
Читайте нас