

Ҡайтып киләм әле йәшлегемә,
Бала саҡты барып күрергә.
Ҡарағусҡыл оҙон толомомдо,
Сикәларҙән башлап үрергә.
Кургем килә өҙөлөп дуҫтарымды,
Ярсыҡ табып , ҡыуанып уйнаған,
Бер кем дә бит ул ваҡытта беҙгә
Телефондар биреп ҡуймаган.
Мин һағынам һике, һәндерәләрҙе
Әсәйемдең икмәк, аштарын.
Сукыр ине ҡаҙҙар аяғымдан,
Һике аҫтынан сығарып баштарын.
Ҡайтып киләм але йашлегемә,
Мәктәптәрҙә уҡыған сағыма,
Югерешеп оҙон тәнәфестә,
Сыҡһындарсы минең яныма.
Уйнар инек сыр- сыу килеп тағы,
"Үгеҙ йөҙөк", " һәпәләк", " ак тирәк",
Хәҙер улар онотолдо инде,
Уйнаусылар хәҙер бик һирәк.
Күрешайем, дуҫтар, һөйләшәйем,
Нисек итеп ваҡыт үткәнен
Көндәр үтеп, айҙар, йылдар үтеп,
Ғүмер йомғаҡҡайын һуткәнен.
Ҡайтып булмай икән тырышһам да,
Үкереп илаһам да тәгәрәп...
Йәшәйемсе барына шөкөр итеп,
Балаларга булып мин терәк.
Рәйлә Ғәниева фотоһы.