

Ошо уңайҙан бөгөн, 21 октябрҙә, Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда ҙур сара үтте. Байрамда музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән бер рәттән республикала танылыу алған йырсылар, бейеү ансамбле, симфоник оркестр ҡатнашты.
- Мин музыка мәктәбендә 15 йыл элек эшләп киттем. Унда фортепиано, сольфеджио, музыка тәнҡитте буйынса дәрестәр бирҙем. Һәм бына, 15 йыл үткәс, мине күп нимәләргә өйрәткән остазым менән осраштым. Күҙ йәштәрен тыйып булмай, - тип уртаҡлашты Эльвира Йосопова. - Әлеге мәлдә мин Мәскәүҙә йәшәйем. Мәктәптә музыка уҡытыусыһы булып эшләнем, хәҙер директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Был бөтә ҡаҙаныштарым Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы арҡаһында. Сөнки ул һәр саҡ, уҡырға, уҡырға һәм эшләргә, тип әйтә торғайны.
Автор фотолары.