Мәҙәниәт
18 Октября 2023, 10:00

Кем ҡул һуҙыр? 

.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кем ҡул һуҙыр?Кем ҡул һуҙыр?
Кем ҡул һуҙыр? 

Ҡолай ҡалһаң әгәр, аптырама,
Бар(ы)һы һуҙмаҫ ҡулын ярҙамға.
Ҡайһы бере ситтән көлөп торор,
Яңылыш ҡына, яҙа тайғанға.
Ҡәнәғәтлек алып ялғышыңдан,
Бар шундайҙар , әҙер төртөргә.
Ҡулын биргән дуҫың күп түгелдер ,
Ысын күңеленән көйөнгән.
Байрам барҙа дуҫтар бик күп булыр.
Ҡайғы килһә, бөтөр юғалып.
Ундай дуҫтың булмағаны артыҡ,
Йөрәгенә яра-эҙ һалып...

 

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.

Автор:Әлфиә Абдрафиҡова.
Читайте нас