

Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә
Ваҡыт етмәй,бөтмәй эштәре.
Бер-береһен кеше хәҙер күрмәй,
Телефонда бары күҙҙәре.
Ябай ғына осрашыуҙар һирәк:
Хәл белешеү,серҙәр бүлешеү.
Яңылыҡтар бары телефонда
Һирәкләнә бара күрешеү
Донъя баҫа,йәшлек артта ҡалды,
Һылтанабыҙ,сәбәп табабыҙ.
Табын ҡороп ултырыуҙар һирәк
Әллә ҡайҙа табан барабыҙ.
Күңел бушағансы һөйләшергә,
Серләшергә ваҡыт табайыҡ.
Яҡты донъяларҙа бер йәшәйбеҙ
Дуҫ-туғанһыҙ тороп ҡалмайыҡ!
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.