Мәҙәниәт
16 Октябрь 2023, 11:00

Ауыл хәбәрҙәре

Аҙнай ауылы клубы Атайҙар көнөнә атайлылар аталарын ҡотлаһын өсөн матур акция ойошторҙо. Һәм бик күп ҡыҙҙар был акцияға ихлас ҡушылып, атайҙарын данлап уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Рәсәй президенты тарафынан иғлан ителгән Атайҙар көнө ысын мәғәнәһендә атайҙарҙың баһаһын күтәрергә бик ҙур этәргес булып тора.

Атайҙары хаҡында яҙыусы ҡыҙҙарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Тағыла бик күп йылдар атайлы булып, рәхәт йәшәгеҙ!

Атайһыҙҙар ғына бер аҙ моңһоу,
Һағышланып ҡалды күҙҙәре.
Ожмах түрҙәренән урын һорап,
Доға ҡылды күптәр үҙҙәре...

Атайлылар ата ҡәҙерҙәрен,
Бөгөн тағы нығыраҡ аңланы.
Атай данын,атай дәрәжәһен
Күтәрерлек балалар бар әле!

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Рәйфә ИМАНҒОЛОВА, Аҙнай ауыл клубы мөдире.
Читайте нас