Мәҙәниәт
14 Октября 2023, 10:00

Күңелемде ауыр уйҙар баҫһа...

.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңелемде ауыр уйҙар баҫһа...Күңелемде ауыр уйҙар баҫһа...
Күңелемде ауыр уйҙар баҫһа...

Күңелемде ауыр уйҙар баҫһа,
Талсыҡтырып китһә донъялар,
Серҙәремде һөйләп бушанырға
Апаҡайым, әл дә үҙең бар.

Йөрәгемде имләп йыуатаһың,
Хәсрәтемде алып үҙеңә.
Араларҙы яҡынайтыр дауа
Табаһың һин әйтер һүҙеңдә.

Туған йәнле, мөхәббәтле үҙең,
Кәңәштәрең изге, аҡыллы.
Әсәйемдең ҡурсыу-яҡлауҙарын
Тоям кеүек һинең арҡылы.

Ығы-зығы менән ғүмер үтә,
Осрашыуҙар кәмей йыл һайын.
Олоғайған һайын бала кеүек
Мин һағынам һине, апайым!
Мин яратам һине, апайым!


Наил Рәжәпов фотоһы.

Автор:Светлана Насырова.
Читайте нас