

Һатыуҙа нимә генә юҡ ине: ауылдаштар ихлас күңелдән әҙерләнеп сыҡты. Үҙҙәре тир түгеп үҫтергән йәшелсә, салаттар, сәскә үҫентеләре менән һатыу итте улар. Ризыҡтың да төрлөһөн бешереп килтерҙеләр.
Быйыл ғына мәктәпкә уҡырға төшкән Айназ Зәйнуллин олатаһы ярҙамында ағастан бәләкәй ултырғыс эшләп, һатыуға алып сыҡты.
Байрам булғас уйын - көлкөһөҙ булмай: ҡатын-ҡыҙҙар утын ярыу буйынса ярыштылар. Ауыр эш эшләп өйрәнгән гүзәл заттарға нимә инде - утынды шартлатып ярып та ырғыттылар! Балалар иһә ағас аттарҙа ярышты.
Байрамдан һуң күмәкләшеп тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эсеп таралыштыҡ.