

Йәрминкәлә уңған хужабикәләр һөт ризыҡтары, бал, бҽшҽрҽлгән ризыҡтар, консерваланған салаттар, текстиль тауарҙары, үҫҽнтҽләр менән һатыу итте.
Ауылдаштар йәрминкә аҙағында тәмле байрам сәйҽ эсҽп, төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеп, илебеҙгә тыныслыҡ теләп доға ҡылды.
Ошо сарала әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Донъяғыҙ теүәл, тормошоғоҙ уң, һаулығығыҙ ныҡ булһын, һәр атҡан таңға ҡыуанып, бәрәкәтле мул тормошта бәхетле йәшәгеҙ! Сара бөтәһенә лә бик оҡшаны, барыһы ла ҡәнәғәт булып таралышты.