Күңел йыймаһын сүп-сарҙы
Күҙҙәр күрмәһен юҡ-барҙы.
Яман һүҙҙәр тиҙ ҡуйыра
Әйтерһең шайтан бойора.
Күңел сафлығын ҡарайта
Зиһен аҡылын тарайта.
Тиккә - юҡҡа ҡайһы саҡта
Янып көйәбеҙ шул утта.
Һөймәгәнгә һөйкәләбеҙ
Йән һөйгәнде этәрәбеҙ.
Уралып һары һағышҡа
Үпкә һаҡлайбыҙ яҙмышҡа.
Яратҡанды яратығыҙ
Бары бәхет таратығыҙ.
Бер береңдән ситләшмәгеҙ
Хистәрегеҙ сикләшмәгеҙ.
Татыу йәшәүгә ни етә
Ғүмер ул, утә лә китә.
Фото: Айһылыу Вахитова