

Уҙған шаршамбы Кинйәбулат ауыл мәҙәниәте “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театрына нигеҙ һалыныуға 20 йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссер Зөбәржәт Шаһиеваның бенефисы уҙҙы. Мәртәбәле сара Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһынан өҙөк менән башланып китте. Был ролдәрҙе башҡарыусы актрисалар 2018 йылда “Тамаша” үҙешмәкәр театрҙар конкурсында “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар триоһы” номинацияһына лайыҡ булған.
Бенефиста абруйлы ҡунаҡтарҙан билдәле журналист, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, талантлы шағирә, башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә Кәлимуллина, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ишембай ҡалаһының Почетлы гражданины Марс Шаһиев, БР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Альберт Шаһиев, СССР һәм Рәсәй ғалим-лингвисы, ғәрәп теле белгесе Нурмөхәмәт Сөйәрғолов ҡатнашып, ҡотлау һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе.
Кинйәбулат халыҡ театры юҡҡа ғына “Зөбәржәт” исемен йөрөтмәй, сөнки уның етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Шаһиева. 1955 йылда Стәрлебаш районының Таллыҡ ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килгән ҡыҙ бәләкәйҙән эш һөйөүсән булып үҫә, 1-се класта уҡығанда уҡ шәл бәйләргә өйрәнә, өмәләргә йөрөй.
- Ошо аҡсаларға алты бала мәктәптә белем алып сыҡтыҡ, - тип иҫкә ала ул. Уҡып йөрөгәндә колхоз эшендә лә әүҙем ҡатнаштым. 1972 йылда Әмир урта белем биреү мәктәбен тамамланым. Ләкин ағайым Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы физкультура техникумына уҡырға инеү сәбәпле, белемемде артабан дауам итә алманым. Аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһына эшкә урынлаштым. Унда эшләп бер аҙ аҡса йыйғас, бухгалтерҙар курсында белем алдым.
Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайында бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй. Бында ойошторолған үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә әүҙем ҡатнаша. Сәнғәткә булған һөйөү уға бала саҡтан уҡ ҡанына һеңгән була. Әсәһе сопрано тауышы менән матур итеп йырлаған, атаһы йор һүҙле кеше булған, апайҙары,
ҡустылары баянда, гармунда уйнаған. Шуның өсөн дә уларҙы “музыкаль ғаилә” тип йөрөткәндәр. Зөбәржәт Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгәндә сәнғәт училищеһына ситтән тороп уҡырға инә. Унда бер йыл уҡығас, Өфө сәнғәт институтына барыу теләге уяна. Шулай итеп, ул 1978 йылда ошо уҡыу йортона имтихандар тапшыра. Институтта ике йыл уҡығас, аҡса етмәү сәбәпле, уны ташларға мәжбүр була. Өҫтәүенә ҡыҙға өс ҡустыһын уҡытырға һәм кеше итергә кәрәк. Шуның өсөн дә Зөбәржәт Ишембай ҡалаһына килеп, трикотаж фабрикаһына эшкә урынлаша. Ошонда ул буласаҡ тормош иптәше Рәжәп Сынтимер улын осрата. Йәштәр 1981 йылда матур итеп туй үткәрә, Зөбәржәт Кинйәбулат ауылына килен булып төшә. 1992 йылда Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Кинйәбулат мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй башлай. Был йылдарҙа ойошторолған концерттарҙың, тематик кисәләрҙең иҫәбе-һаны булмай. Ошо йылда уҡ Зөбәржәт Шаһиева мәҙәниәт йортона театр сәнғәтен һөйөүселәрҙе йәлеп итә башлай, улар күбәйгәндәнкүбәйә бара һәм артистар коллективы ойошторола. 2002 йылда Зөбәржәт апай ситтән тороп Стәрлетамаҡ ҡалаһында сәнғәт техникумының театр бүлеген тамамлай. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының 2003 йылдың 25
сентябрендәге 242-се бойороғона ярашлы, Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң драма коллективына «Халыҡ театры» исеме бирелә.
- Театр коллективы ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, халыҡ һәр саҡ алҡышлап ҡаршы алды. Ауыл театрының уңыштары йылдан-йыл ҡабатланып тора. Заманында миңә лә ошо театрҙа эшләү бәхете тейҙе. 2012 йылда Халыҡ театры Стәрлебашта уҙғарылған “Аҡ тирмә” фестиваленда сығыш яһаны. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектакле менән өсөнсө урын яуланы. Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Тәнкәбикә ролен башҡарып, беренсе урынға лайыҡ булды. Өфөнән килгән абруйлы жюри
ағзалары театр коллективының эшенә оло баһа бирә, - тип уртаҡлашты райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова. – Коллектив 2016 йылда Кушнаренко районында “Театр рампаһы-2016” фестиваленда ҡатнашып, Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектакле менән Гран–приға лайыҡ булды.
Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшахманов етәкселегендәге жюри ағзалары театр коллективының эшен бер тауыштан юғары баһаланы. 2020 йылда
“Зөбәржәт” халыҡ театры Әхтәм Әбүшахманов призына һәүәҫкәр театрҙар республика фестивалендә ҡатнашып, Хәкимйән Зариповтың “Их, кәләше, лә кәләше!” спектакле менән Гран-При яуланы.
Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы театрҙы тормош мәктәбенә әйләндереүгә күп көс һала. Уның репертуарында Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”, “Айгөл иле”,” Ҡыҙ урлау”, Әнғәм Атнабаевтың “Шоңҡар”, “Законлы никах менән”, Әминә Яхинаның “Ҡайрылмаһын ҡанаттар”, Сафуан Әлибаевтың “Салауат саҡырыуы”, Хакимйән Зариповтың “Их, кәләше лә, кәләше!”, Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”, Әхәт Гаффарҙың “Яҙғы моңдар” һәм башҡа спектаклдәре бар.
Автор фотолары.