Берәй заман беҙ ҙә ҡартайырбыҙ
(ғүмер бирһен Аллаһ Тәғәлә),
Риза булыр инем бөтәһенә,
Тик һин булһаң минең эргәлә.
Әүәлгесә нурлы күҙҙәреңдә
Һөйөү сатҡылары һаҡланһа,
Икеләтә бәхет булыр ине
Ошо өмөткәйем аҡланһа.
Сәстәребеҙ ап-аҡ, тештәребеҙ
Һары булыр микән ул саҡта?
Ул саҡта ла булырмынмы икән
Йоҡлағанда һинең ҡосаҡта?
Тормош һуҡмағынан яңғыҙ түгел,
Парлап атлау ғына килешә,
Берәй заман беҙ ҙә ҡартайырбыҙ,
Тик ҡартайһаҡ ине йәнәшә...
Фото: Наил Рәжәпов