Мәҙәниәт
7 Октября 2023, 11:00

Ҡанаҡайңа Яҡуп Ҡолмойҙоң юбилейы үтте

6 октябрҙә Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәкәре, Почет билдәһе, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары кавалеры Яҡуп Ҡолмойҙоң 105 йыллыҡ юбилейына арналған әҙәби кисә үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡанаҡайңа Яҡуп Ҡолмойҙоң юбилейы үттеҠанаҡайңа Яҡуп Ҡолмойҙоң юбилейы үтте
Ҡанаҡайңа Яҡуп Ҡолмойҙоң юбилейы үтте

Кисәгә Салауат ҡалаһынан, Ишәй ауылы мәҙәниәт йортонан үҙешмәкәр артистар килде.

Сарала Я.Ҡолмой исемен йөрөткән Ҡанаҡай мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты. Кисәлә Я.Ҡолмойҙоң шиғырҙары, уның әҫәрҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Шағирҙы яҡындан белгән ауылдаштары,туғандары сығыш яһаны. Сара бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы үтте.

Автор:Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, Ҡанаҡай ауылы.
Читайте нас