

Ауылдың оло быуын вәкилдәре мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын яратып ҡараны. Ә һуңынан өҫтәл артында ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләшеп, йырлашып, бейешеп күңел асты ҡунаҡтар.
Донъялар тынысланһын, һуғыштар бөтөп китһен, киләһе йылдарҙа ла ошолай иҫәнлектә осрашырға булһын, тип рәхмәттәр, матур теләктәрен әйтеп таралышты улар.