Мәҙәниәт
1 Октябрь 2023, 07:00

Ауыл хәбәрҙәре

30 сентябрь көндө Иҫәкәй ауыл клубында Өлкәндәр көнөнә арналған байрам үтте.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Байрамға килеүселәр барыһы ла матур теләктәр теләп һүҙ тотто. Иң өлкән йәштәге Нәзирә апай Кәлимуллина йырлап та алды, Әхмәт ағай Ҡотлоәхмәтов, Даян Ҡотлоәхмәтов, Иршат Аҡҡолов, Мөнирә апай Искәндәрова, Нурия Мәүләтҡолова бер-бер артлы матур теләктәр теләне. Альфира Нәсибуллина өлкәндәргә арналған шиғыр ҡып ишеттерһә, Рәмилә Хакимова ауылдың үткән һәм хәҙерге тормошо тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Рәмзиә Рәхимованан йырлы бүләк булды. Ауылыбыҙҙың иң шәп егете Ғаяз Әминов ҡурай моңдарын яңғыратты һәм йырҙарын тыңланыҡ. Гармун моңдарына рәхәтләнеп бейешеп тә алдыҡ.

Бик күңелле итеп әңгәмәләшеп, тәмле итеп сәйҙәр эстек.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Мәҙинә Алтынбаева.
Читайте нас