

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Лилия Фәрғәт ҡыҙы үҙенең изге теләктәрен еткереп, һәр бер хеҙмәткәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Кисәлә дәртле йырҙар яңғыраны: тамашасылар Райхана Мусинаның йырлауын, «Сыуакай» фольклор һәм «Һандуғас» башҡорт халыҡ ансамбелдәренең сығыштарын яратып ҡаранылар. Өсөнсө класс уҡыусылары Наҙгөл Ғөбәйҙуллина менән Лиана Әхмәтованың бейеүҙәре, Рамазан Мусиндың шиғыры кисәгә йәм өҫтәне.
Коллективта үҙ һөнәрҙәренә тоғро тәрбиәселәр эшләй. Маҡтаулы ла, ауыр ҙа һөнәр ул тәрбиәсе булыу. Хөрмәтле тәрбиәселәр, балалар баҡсаһының киләсәге оҙон булһын, унда кескәйҙәр тауышы берҙә тынмаһын.