Мәҙәниәт
27 Сентябрь 2023, 04:00

Әбейҙәр сыуағында – тәбиғәт ҡосағында

.

Әбейҙәр сыуағында – тәбиғәт ҡосағындаӘбейҙәр сыуағында – тәбиғәт ҡосағында
Әбейҙәр сыуағында – тәбиғәт ҡосағында

Көҙҙөң дә бар бер матур мәле: 

Тәбиғәт үҙгәрә ҡайһы арала?
Нур һибә әбейҙәр сыуағы,
Аяҙ көндәре йәйгә ҡайтара.

Алмалы ауылында йылдан йыл ҡабатланып килгән матур йола бар: ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, балалар көҙгө әбейҙәр сыуағында яланға сыға.

Йоланы дауам итеп, тәбиғәтебеҙҙең сыуаҡ көнөндә быйыл да Ҡушбүләк яланына сыҡтыҡ. Инәйҙәр илгә, ауылға именлек, балаларға бәхет-һаулыҡ, тәүфиҡ һорап теләктәр теләнеләр.

Роза Хәбибуллина, Миңлегөл Хөснетдинова, Рәүфә Ғиниәтуллина моңло тауыштары менән байрамды биҙәне. Асия Хаирова шиғырҙар һөйләһә, Ҡәнифә Суфиянова килеүселәрҙе таҡмаҡ әйтеп бейетте.

Байрам һәр кем үҙе килтергән тәмлекәстәр менән еҙ самауырҙан сәй эсеү менән тамамланды.

 

Автор фотолары.

Әбейҙәр сыуағында – тәбиғәт ҡосағында
Әбейҙәр сыуағында – тәбиғәт ҡосағында
Әбейҙәр сыуағында – тәбиғәт ҡосағында
Автор:Рәйлә МУСИНА, Алмалы ауылы клубы мөдире.
Читайте нас