Мәҙәниәт
22 Сентябрь 2023, 10:00

Йылдарҙа ҡалған йырҙар

Ҡаланың үҙәк китапханаһында яҡташ шағир, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған яттан шиғыр һөйләүселәрҙең районҡала конкурсы үтте.

Йылдарҙа ҡалған йырҙарЙылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар

Унда 10 йәштән алып төрлө йәштәге бәйгеселәр ҡатнашты. Конкурсанттар Яҡуп Ҡолмой шиғырҙарын башҡорт һәм рус телдәрендә тәҡдим итте. 30-ҙан ашыу кеше йәш төркөмдәре буйынса сығыш яһаны: 10-15 йәшлек балалар, 15-30 йәшлектәр һәм 30 йәштән өлкәндәр. Һәр йәш төркөмөндә урындар билдәләнде. Конкурсҡа тәҡдим ителгән номерҙарҙы жюри тасуири уҡыу, сәхнә телмәре техникаһы, артистизм буйынса баһаланы. Сараны Минзилә Мырҙабаева һәм Фәриҙә Усманова алып барҙы.

Шиғри бәйге бер юғары нотала үтте. Һәр ҡатнашыусы үҙ сығышын еренә еткереп, ролгә инеп, тасуири итеп башҡарырға тырышты, матур һөйләү оҫталығын күрһәтте. Ысынлап та, күңелдәргә үтеп инерлек, йөрәк ҡылдарын сиртерлек шиғыр һөйләү оҫталары күп ине араларында. Сара барышында Яҡуп Ҡолмойҙоң шиғырҙарына яҙылған билдәле йырҙар яңғыраны. «Былбылым», һөйөклө ҡатыны Фатимаға бағышланған «Һандуғас» йыры бигерәк тә күңелдәрҙе тирбәлтте. Балалар сығыштары менән хайран ҡалдырҙы. Яҡуп Ҡолмойҙоң «Торатау», «Ҡайын», «Мәңгелек ут янында», «Тыуған яҡ», «Әсә», «Тау һәм шағир», «Мин ҡайттым» шиғырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тамашасылар Һәләүектең шарлап ағыуын да тыңланы, Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуған ауылында ла булды, уның менән бергә һуғыш юлдары буйлап та үтте. Шиғырҙарҙа совет һалдатының батырлығы һәм сыҙамлығы, Тыуған илгә һөйөүе яңғыраны.

Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар үҙәк китапхананың электрон уҡыу залы хеҙмәткәрҙәре менән булдырылған «Башҡорт Есенины» электрон презентацияһын ҡараны.

Урындар түбәндәгесә билдәләнде. 10-14 йәшлек балалар араһында башҡорт телендә шиғырҙы яттан һөйләүселәр: I урын - Марсель Әминов, Әхмәр ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе; II урын – Рамазан Мусин, Н.С.Мусин исемендәге Ҡолғона урта дөйөм белем биреү мәктәбе; III урын - Нурислам Ғәлимов, Ишәй ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе. 10-14 йәшлек балалар араһында рус телендә шиғыр һөйләүселәр: I урын - Милана Хисмәтуллина, Ишәй ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе; II урын - Диана Әбдрәшитова, 3-сө мәктәп; III урын – Елисей Чулков, 16-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе.

15-30 йәшлек йәштәр башҡорт телендә: I урын - Гөлсирен Сәлимова, VII төр 7-се Ишембай махсус коррекция дөйөм белем биреү мәктәбе; II урын - Гөлназ Муллағолова, VIII төрҙәге 7 - се Ишембай махсус коррекция дөйөм белем биреү мәктәбе. 15-30 йәштәрҙәге йәштәр рус телендә: I урын - Радмир Солтанов, 16-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе; II урын – Александра Ильинская, Ишембай ябыҡ типтағы махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеһы; III урын - Валерия Тихомирова, Ишембай ябыҡ типтағы махсус уҡыутәрбиә учреждениеһы. 30 йәштән өлкәндәр башҡорт телендә: I урын - Зөлфиә Байғазина, Петровск ауылы; II урын – Люциә Әминова, Әхмәр ауылы; III урын - Фаягөл Баһауетдинова, Әхмәр ауылы.

Валерия Тихомирова Вологда ҡалаһынан. Уны Башҡортостандың тәбиғәте һоҡландыра. Шиғырҙар ярата, был сарала ул “Тыуған яҡ” шиғыры менән сығыш яһаны. Ошо уҡ учреждениенан Александра Ильинская “Мин ҡайттым” шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе. Ә.Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Илнур Ғөбәйҙуллин бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, быныһында ла һынатманы.

- Мәктәптә әҙәбиәт дәресен көтөп алам. Башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы беҙҙә туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Шуға ла мин китаптар уҡырға яратам. Бындай саралар йышыраҡ үткәрелеп торһон ине, - ти Илнур. Бәйге һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ул конкурсанттарға сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тоторға, һәләттәрен асырға ярҙам итеп кенә ҡалманы, ә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү ҙә уятҡандыр, тигән ышаныстабыҙ.


Автор фотолары.

Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Йылдарҙа ҡалған йырҙар
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас