Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2023, 05:00

Үтә бит ул…

.

Үтә бит ул…Үтә бит ул…
Үтә бит ул…

Хаталарға үкенестәр
Йөрәктәрҙе өтә бит ул –
Был донъяла бөтәһе лә
Үтә бит ул, үтә бит ул…

Шатлыҡтарҙан шашҡан саҡтар
Йылдар үткәс, иҫтә бит ул –
Нисек кенә шатланһаң да,
Үтә бит ул, үтә бит ул…

Һағыштар ҙа, ҡайғылар ҙа
Ҡайтмаҫ өсөн китә бит ул –
Сабыр итеп үткәр генә!
Үтә бит ул, үтә бит ул…

Мөхәббәттең ярһыуҙары
Ғүмер буйы иҫтә бит ул –
Янып-көйөп яратһаң да
Үтә бит ул, үтә бит ул…

Нисек кенә йәшәһәң дә,
Ахырҙары етә бит ул…
Матур итеп йәшәп үткәр –
Үтә бит ул, үтә бит ул…
Бөтәһе лә үтә бит ул…

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фирүзә Абдуллина
Читайте нас