Мәҙәниәт
5 Сентябрь 2023, 05:00

Риза булыу

.

Риза булыуРиза булыу
Риза булыу

Риза булыу, шөкөр итә белеү
һуңлабыраҡ ҡаҡты ишеген,
төрлө мәлдәр була тормошоңда
яҙмыш нисек бүлгән өлөшөн?

..Артҡа ҡарап,уйҙар ҡосағында,
иҫкә төштө һөтһөҙ сәйҙәрем.
Шөкөр итә белеү - сәбәптәрен сисә,
булғанда һуң матур саҡтарым!

..Тапҡан малды арттыраһы килә,
кәм булмаһын донъя йөгөнән,
уттан алып-һыуға ырғытһынмы?
Арығайным йонсоу төҫөмдән...

...Ризалыҡтан-күңел таҙарына,
ҡиммәтлеген теҙә мәлдәрем.
Ваҡыт етмәҫ кеүек шиккә батам.
....Көн яҡтыһы баҙлай төндәрен...

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Римма Саньярова.
Читайте нас