

Бәхет теләйем мин, балаларым!
Ғазаптарҙан ыҙа сикмәгеҙ!
Һаҡлағыҙ һеҙ туғанлыҡ ептәрен,
Бер үк өҙөлөп тә китмәһен!
Ғүмер юлы ул һынау-мәшәҡәт,
Һәр ваҡыт та тырыш булығыҙ!
Эшләп тапҡан мал ҡәҙерле була,
Булғанына шөкөр ҡылығыҙ!
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәгеҙ һеҙ!
Һынамаһын яҙмыш асыһы!
Миһырбанлы, шәфҡәтле булығыҙ,
Хөрмәт итер һеҙҙе барыһы!
Ауыр һүҙҙәр әйтеп гонаһһыҙға,
Рәнйетә күрмәгеҙ кешене!
Балаларға ҡаты бәрелмәгеҙ,
Булығыҙ һеҙ һәр саҡ түҙемле!
Берҙәм булып ғүмер итегеҙ һеҙ!
Бер икәнен белеп ғүмерҙең!
Иҫәндәрҙең белегеҙ ҡәҙерен,
Үлгәндәрҙең белеп ҡәберен!
Донъялыҡта беҙ ҡунаҡта ғына,
Беребеҙ ҙә мәңге түгелдәр!
Тыйнаҡ, сабыр булып йәшәү кәрәк —
Булмаҫлыҡ итеп үкенестәр!
Фото: https://unsplash.com/