

Үзем генә беләм хәлдәремде,
Һөйләйһем юк уны бер кемгә,
Мөлдөрәмә тулған йәштәремде
Һөртөп кенә ташлап бер мәлгә.
Йылмайырмын күз йәштәрем аша,
Йөрәккенәм барһа ла өзөлөп.
Устарыма төйнәп сабырлыкты,
Нисәнсе кат тағы түзермен...
Фото: https://unsplash.com/