

Рәнйетмәгеҙ уҫал һүҙҙәр әйтеп,
Насар һүҙҙе күңел күтәрмәҫ.
Бер нахаҡһыҙ кеше рәнйеткәндәр,
Бер абыныр, йыраҡ китә алмаҫ.
Һүҙҙе әйтеү еңел, тик һуңынан,
Үкенергә һеҙгә яҙмаһын.
Рәнйеү ҡатыш тамған күҙ йәшенән,
Бер Хоҙайым үҙе һаҡлаһын...
Донъя бит был, бер көн үҙеңде лә,
Көтмәҫ тимә яла яғыуҙар.
Сараһыҙлыҡ килеп шул сағында,
Йәнеңде һинең ағыулар...
Бер әйткәнсе йөҙ ҡат уйла башта,
Онотолмай һүҙҙең яраһы.
Бысраҡты бик төҙ тейҙерһәң дә,
Уста ҡала тиҙәр ҡараһы...
Фото: https://unsplash.com/