Мәҙәниәт
28 Августа 2023, 04:00

Һәр яңы көн беҙҙең өсөн бер мөмкинлек...

.

Һәр яңы көн беҙҙең өсөн бер мөмкинлек...Һәр яңы көн беҙҙең өсөн бер мөмкинлек...
Һәр яңы көн беҙҙең өсөн бер мөмкинлек...

Һәр яңы көн беҙҙең өсөн бер мөмкинлек,
Башлар өсөн өр-яңынан, таҙа биттән.
Кисәге көн артта ҡалған, үткән инде,
Онот уны, ул башҡа юҡ, булған-бөткән!

Яңы көндө ҡабул итәйек бүләк итеп,
Йәшәп ҡалайыҡ, йәшнәп ҡалайыҡ, һөйөп ҡалайыҡ!
Тормош матур, йәшәү рәхәт- шуны аңлап,
Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен тойоп ҡалайыҡ.

Мөмкинлектән файҙаланмау- гонаһ булыр,
Үткәрәйексе яңы көндө тик шатлыҡта.
Күңелдәрҙә урын бөтһөн насар уйға,
Ынтылайыҡ тик бер яҡшылыҡҡа, тик аҡлыҡҡа!

Үтһен, дуҫтар, һәр көнөбөҙ таҙалыҡта,
Тыныслыҡта, мөхәббәттә һәм шатлыҡта!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлара Шәрипова
Читайте нас