Мәҙәниәт
26 Август 2023, 12:00

Сабыр ҡанаттарын киҫә күрмә...

.

Сабыр ҡанаттарын киҫә күрмә...Сабыр ҡанаттарын киҫә күрмә...
Сабыр ҡанаттарын киҫә күрмә...

Сабыр ҡанаттарын киҫә күрмә,
Бер Аллаһым, тормош көткәндә,
Күтәрмәҫлек ауырлыҡтар баҫһа
Иңдәрең ҡуй, ауып китмәҫкә.

Һүнә төшһә күңел усаҡтары,
Бер Аллаһым, ҡалдыр ҡуҙҙарын,
Өмөт сатҡылары баҙлап янһын,
Һала күрмә берүк моң -зарың.

Илап түгел, йырлап ғүмер юлын
Насип итһәң ине үтергә,
Яҙмыш ебен аҙағына тиклем
Һаулыҡ -бәхет менән һүтергә.


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Тамара Солтанова -Собханғолова
Читайте нас