

Ғүмерҙәрҙең ҡапҡаһын,
Хоҙай иртә япмаһын!
Ҡайғы-хәсрәт, бәләләрҙән,
Беҙҙе үҙе һаҡлаһын!
Ғүмер сәғәттәребеҙҙең,
Телдәре туҡтамаһын.
Ярты юлда йөрәккәйҙәр,
Бер үк арып талмаһын.
Ғүмерҙәрҙең ҡапҡаһын,
Үкенестәр ҡаҡмаһын.
Ғәзизтәребеҙ хаҡына,
Юғалтыуҙар таҡмаһын...
Хоҙай биргән ғүмерҙәрҙе,
Йәшәргә яҙһын оҙаҡ.
Тормош юлдарына бер үк,
Ҡуймаһа ине тоҙаҡ.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.