

Ғүмерҙәрең һин тигәнсә үтмәһә лә,
Эштәреңдә гел уңыштар көтмәһә лә,
Ҡай сағында ашарыңа етмәһә лә,
Мин бәхетһеҙ тимә!
Яҡындарың бер көн ташлаһа ла,
Ғүмер юлың өр-яңынан башлаһаң да,
Килеп әгәр өҫтәреңә таш яуһа ла,
Мин бәхетһеҙ тимә!
Ауырлыҡтан һынһаң-һығылһаң да,
Ялғыш ҡына абынып йығылһаң да,
Күҙ йәшеңә быуылып тығылһаң да,
Мин бәхетһеҙ тимә!
Йән дуҫтарың һине һатһа ла,
Аштарыңа таштар атһа ла,
Тормошоңдо яттар ватһа ла,
Мин бәхетһеҙ тимә!
Ҡояш әгәр нурын тигеҙ һипһә,
Ер йөҙөндә йәшәр өсөн урын етһә,
Мин бәхетһеҙ тимә!
Бер ҡасан да мин бәхетһеҙ тимә!
Хаҡың юҡ!
Фото: https://unsplash.com/