

Яратмайым мин ялған кешеләрҙе,
Кеше сәйнәп, кеше тикшергәнде.
Бармаҡ төртөп һөйләп йөрөгәнде,
Ғәйеп табып, кешенән көлгәндәрҙе.
Яратмайым мин асыу тотҡандарҙы,
Юҡ- бар ерҙән тауыш ҡуптарғанды.
Нахаҡ һүҙҙе әйтеп, рәнйеткәнде,
Һинең өҫтән тапап киткәндәрҙе.
Яратмайым мин ата ялҡауҙарҙы,
Ауыртмаған ерҙән ауырыу тапҡандарҙы.
Үҙ эштәрен бүтәндәргә һылтап,
Дивандарҙа аунап ятҡандарҙы.
Яратмайым мин һатлыҡ йәнлеләрҙе,
Кеше тормоштарын боҙғандарҙы.
Юхаланып йөрөгән бәндәләрҙе,
Ҡара эсле йылан йотҡандарҙы.
Яратмайым мин танау сөйгәндәрҙе,
Үҙен-үҙе маҡтап йөрөгәндәрҙе.
Мыҫҡыл итеп хәтер ҡалдырғанды,
Йөрәктәргә яра һалдырғанды.
Фото: https://unsplash.com/