Мәҙәниәт
12 Август 2023, 10:30

Байғужала ауылдаштар йыйылды

Байғужалар бөгөн "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына ашҡынып ҡайтты.

Байғужала ауылдаштар йыйылдыБайғужала ауылдаштар йыйылды
Байғужала ауылдаштар йыйылды

Киләсәгеңде дөрөҫ ҡорор өсөн, тарихыңды бел, тип өйрәтә ололар. Ауыл халҡы иң тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл эргәһенә йыйылды. Рифат хәҙрәт нәсихәттәр әйтеп, Бөйөк Ватан һуғышында, Афған һуғышында батырлыҡ күрһәтеүсе яҡташтар иҫтәлегенә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн доға ҡылды. Ауылдаштарҙы шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин сәләмләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, әлеге ваҡытта тыуған яҡҡа отпускыға ҡайтыусы ир-егеттәргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Байрамдың икенсе өлөшө спорт майҙансығында дауам итте. Бында матур күргәҙмәләр, балалар өсөн уйындар әҙерләнгәйне. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар утта былау бешерҙе, самауыр сәйе ҡайнатты. Сәхнә түренән сағыу концерт номерҙары яңғырап торҙо.

 

Байрамдан тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас