Мәҙәниәт
6 Август 2023, 12:00

Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә

Уҙған йома Ишембай картиналар галереяһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан үҙэшмәкәр рәссам Марат Арыҫлановтың «Реализм образдары» тип аталған күргәҙмәһе асылды. Сарала рәссамдың 42 әҫәре ҡуйылды: уларҙың күбеһе Ишембай районы тәбиғәтенә бағышланған.

Хаҡлы ялда һүрәт төшөрәХаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә

Күргәҙмәне асыуҙа рәссамдың ғаиләһе, Ҡолғона ауылынан туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты. Башҡортостан көньяғы рәссамдары ассоциацияһы ағзалары уның ижады буйынса үҙ фекерен әйтеп үтте.

- Мин ун йәштән һүрәт төшөрә башланым. 4-се класта уҡығанда Стәрлетамаҡ ҡалаһы художество мәктәбенә уҡырға индем, - тип хәтерләй рәссам. - Артабан да ошо йүнәлештә үҫешергә кәрәклеген күңелем менән тойҙом, художество училищеһына уҡырға инергә әҙерләнә инем, ләкин яҙмыш барыһын да үҙенсә хәл итте. Армияла хеҙмәт иткәндә лә стенгазеталар сығарыу минең өҫтә булды. Демобилизациянан һуң хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә ҡарар иттем һәм 1977 йылда Өфө юридик институтын тамамланым. Әлбиттә, ул саҡта ҙур ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт етмәне. Шулай ҙа этюдтар эшләнем, ваҡыты-ваҡыты менән акварелгә тотондом.

Марат Мөбәр улы һуңғы дүрт йылда рәсем төшөрөү менән мәшғүл. Уның натюрморттарын, пейзаждарын, портреттарын күргәҙмәлә күрергә була. Әҫәрҙәре араһында Владимир Высоцкийҙың, Марина Владиҙың портреттары, британия рокгруппаһы «Queen»-дың, швед поп-группаһы «ABBA»-ның һәм башҡа йырсыларҙың рәсемдәре бар. Киләсәктә рәссам үҙен графика жанрында һынап ҡарарға ниәтләй.

- 2019 йылда үҙем өсөн майлы буяулы һынлы сәнғәтте астым һәм тотош ижадҡа бирелдем. Оҫта рәссамдарҙан шәхси дәрестәр алдым, - тип һүҙен дауам итә Марат ағай. – Сәнғәттәге йүнәлештәрҙән минең күңелемә реализм яҡыныраҡ. Иң яратҡан жанрым – пейзаж.

Күргәҙмәлә шулай уҡ хаҡлы ялда һүрәт төшөрә башлаған Надежда Вавилова ла булды, ул үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Марат менән беҙҙең яҙмыштар оҡшаш, мин ижад итә башлауымды 40 йыл буйы көттөм, - ти Надежда. – Алты йыл элек 8-се март байрамына майлы буяуҙар һатып алдым һәм ошо көндән алып һүрәт төшөрәм. Картиналар галереяһы директоры Рафаэль Ҡадиров миңә өмөт бирҙе, күргәҙмә ойошторорға тәҡдим итте. Маратҡа килгәндә, ул пейзаждарҙы, натюрморттарҙы ысын һымаҡ итеп төшөрә. Портреттарында кешеләр тере һымаҡ, уларҙың барлыҡ хис-тойғолары сағылыш тапҡан. Мин уның уңышлы киләсәгенә ышанам, бынамын тигән картиналары күп булыр.

Яҡташыбыҙҙың һүҙенә ҡушылып, Марат Мөбәр улына ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Автор фотолары.

Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Хаҡлы ялда һүрәт төшөрә
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас