Мәҙәниәт
4 Августа 2023, 05:00

Әйҙә, Хоҙай, һөйләшәйек әле...

.

Әйҙә, Хоҙай, һөйләшәйек әле...Әйҙә, Хоҙай, һөйләшәйек әле...
Әйҙә, Хоҙай, һөйләшәйек әле...

Әйҙә, Хоҙай, һөйләшәйек әле.
Бөгөн ваҡыт минең таңғаса...
Йоҡоһоҙ ҙа төндәр бигрәк оҙон,
Гәпләшәйек танһыҡ ҡанғанса.

Быға тиклем һәр саҡ эш, эш тинем...
Ятыр кәрәк, иртә тораһы...
Яҙ ни, көҙ ни, ҡыш ни... Үҙ елкәңдә
Сикһеҙ яуаплылыҡ тояһың...

Йәшлек өсөн икеләнеүҙәр ят,
Бөтә донъя гүйә ҡулыңда.
Күп саҡ күрмәй үтеп киткәнмендер
Хызыр Илъясыңды юлымда...

Үҙ - үҙемә артыҡ ышаныуҙан,
Күпме яңылыштым, һин беләң.
Илай, илай ғәфү һорағандар...
Һин кисерҙең... Хаҡын мин беләм!

Юғалтыуҙар... дуҫтар хыянаты...
Ауырыуҙар йыҡты аяҡтан...
Зарланмайым... Көс - ҡеүәтем арта,
Һәр һынауҙы үткәс, аҙаҡтан...

Йәшлек үтте, инде юлдарымда
Хызыр Илъясыңды тоярмын.
Йылдар менән сабырлыҡтар килә,
Шашып йәшәүҙе лә тыярмын.

Тормош матур! Һыҙланыуҙар аша
Һәр бер көнгә ихлас ҡыуанам.
Балаларым, ейәндәрем тауышын
Оҙаҡ тыңларға бир, эй Аллам!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Сәкинә Тотманова.
Читайте нас