

Мәҙәниәт бүлеге һәм спорт мәктәптәре хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән ишембайҙар өсөн матур байрам ойошторолдо.
Майҙандың төрлө урындарында ижади, уйын һәм спорт майҙансыҡтары эшләне. Амфитеатрҙа әкиәт геройҙары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша барҙы. Ҡыш бабай иһә байрамдың төп ҡунағы булды.
Балалар рәхәтләнеп уйнаны, бейене, туңдырма менән һыйланды.
Автор фотолары.