Мәҙәниәт
4 Август 2023, 12:00

Ауыл хәбәрҙәре

Кисә, 3 августа, Ҡолғона ауылы моделле китапханаһында музей һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижадына һәм тормошона арналған "Һоҡланғыс ижад" исемле викторина үткәрелде.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Ҡатнашыусылар был сараға ентекле әҙерләнеп килгәндәр ине. Яуаптары тулы һәм дөрөҫ булды. Һәр береһе күренекле әҙиптең тормошон һәм ижадын яҡшы белеүен күрһәтте.

Еңеүселәр дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанды. Бәләкәй генә бүләктәр ҙә тапшырылды.

 

Фото: https://vk.com/club118987140

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Ҡолғона ауыл китапханаһы
Читайте нас