

Тормош һыуҙары тоҙло шул
Эскән һайын эселә.
Ҡайсағында юҡ-бар һүҙҙән
Күңелкәйҙәр киҫелә...
Киҫелеп кенә лә ҡалмай
Селпәрәмә ватыла.
Ватылғанды төҙәтмәҫкә
Сәбәптәре табыла.
Төҙәткәндә йөйө ҡала
Ямау һалһаң - ямаулы.
Кешенең бит ғүмерҙәрҙе
Түгел мәңге - һанаулы.
Уйламайса һүҙ әйтмәгеҙ
Күңелдәр киҫелмәһен.
Киҫелгән күңелдәр менән
Ғүмерҙәр үтелмәһен.
Фото: https://unsplash.com/