

Бөгөнгөһө иҫтә ҡалмай,
Үткәндәргә килә ҡайтаһы...
Ялан тәпәй сапҡан болондарҙа,
Ҡаҙ бәпкәһе һаҡлап ятаһы.
Икмәк киҫәге ҡуйып силәк менән,
Инештәрҙә балыҡ тотаһы.
Ситтә йөр(ө)гән ҡаҙ бәпкәһен шул саҡ,
Урлар ине ала ҡарғаһы.
Мин юҡһынам, эйе,әйләнәм дә
Үткәндәргә килә ҡайтаһы
Һәр бер хәтирәне асыҡ күрәм,
Йәнгә яҡын уның барыһы...
Көтөү ҡайта торған ергә барып,
Мал-тыуарҙы ҡаршы алаһы.
Беҙҙең һыйыр ҡасҡын ине, хайуан
Булыр ине эҙләп сабаһы...
Ә кистәрен ҡапҡа төптәрендә
Шау-гөр килеп йыйылып алаһы.
Ләкин таңдан сөгөлдөр баҫыуына
Килмәй ине шул беҙҙең бараһы.
Ғүмер уҙа барған һайын никтер,
Үткәндәргә килә ҡайтаһы...
Баласаҡҡа ҡайтмай, ҡайҙа ҡайтһын
Беҙ- хыялый ауыл балаһы!
Фото: https://unsplash.com/