

Биксән ауылында тыуып үҫкән, хәҙер инде төрлө яҡтарҙа йәшәүсе хөрмәтле инәйҙәр, апайҙар, ҡыҙҙар - ошо байрамға барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ! Һеҙҙең менән бергә ауылыбыҙға ҡабатланмаҫ хәтирәләр, моңдар, йәшлек үҙе ҡунаҡҡа ҡайта! Бала саҡта уйнап үҫкән уйындарҙы хәтерләп, йәш саҡта гиҙгән урман-ҡырҙар буйлап, көйәнтәләп һыу ташып эскән Һәләуек һыуына күҙ һалып бер ултырайыҡ әле, ҡатын-ҡыҙҙар!
Йыйылыу урыны Биксән мәҙәниәт йорто. Башлана 11.00 сәғәттә.
Байрамдың программаһы : концерт, сығыштар, ҡотлауҙар, күңелле уйындар, йыр-бейеү, күстәнәстәр менән сәй табыны.