

Улым, һиңә нәсихәтем,
Килен, һин дә ҡолаҡ һал.
Кешеләрҙән ҡарғыш алма,
Асыу йыйма, алғыш ал.
Һаулыҡ һораш башлап үҙең,
Сәләмен ал - биргәндең.
Ололарҙы ихтирам ит,
Ҡыя күрмә күңелен.
Ғаиләңде һәр саҡ ҡайғырт,
Булһын өйөң, ҡыйығың.
Өҫтәлеңдән өҙөлмәһен
Тәмле - татлы ризығың.
Кәләшеңә бул яғымлы,
Тойһон кәңәш, ярҙамың.
Йәшлегеңдә саф күңелдән
Уны үҙең һайланың.
Балаларың һәр саҡ, улым,
Атай тиеп ҡыуанһын.
Оло йөрәкле булырға
Үҙеңдән үрнәк алһын.
Һөнәрле булып үҫһәләр
Уландарың, ҡыҙҙарың,
Битеңә ҡара яҡмаҫтар,
Тыныс булыр ҡартлығың.
Туғандарың яҡын күрер,
Яҡты булһа йөҙҙәрең.
Ҡәҙерле ҡунаҡ итерҙәр
Биреп һиңә түрҙәрен.
Һаҡлан хәмер, боҙоҡлоҡтан,
Тормошоң тарҡалмаһын.
Балаларың, күҙ нурҙарың
Йәтим тороп ҡалмаһын.
Һүҙ йөрөтмә, дошманлашма,
Көнө ҡыҫҡа үсленең.
Әҙәп менән, иман менән
Хаҡ донъяла көслөһөң.
Халҡың өсөн йәшә ерҙә,
Халҡың һине күтәрһен.
Азамат ир булды тиеп,
Хөрмәтләп хәтерләһен.
Көндө төнгә ялғап һис тә
Байлыҡ артынан ҡыума.
Мохтаждарға ҡулыңды һуҙ,
Тәккәбер, ҡомһоҙ булма.
Улым, һиңә нәсихәтем,
Килен, һин дә ҡолаҡ һал.
Белемле бул, алға ынтыл,
Ғүмер буйы ғилем ал.
Шәжәрәңде дауам иттер,
Нәҫел ебеңде өҙмә.
Бала тауышы тынмаһын,
Яңғыраһын өйөңдә.
Үҙ телендә аралашһын
Һәр ваҡыт балаларың.
Өйрәнһен башҡорт йырҙарын,
Ете тажлы ҡурайын.
Мәңгелек түгел ғүмерҙәр,
Донъялар фани ғына.
Көн артынан көндәр уҙа,
Ерҙә беҙ ҡунаҡ ҡына.
Торған ерең ҡәҙерен бел,
Ҡәҙерен бел һыуыңдың.
Тәләфләмә бер бөртөгөн
Хоҙай биргән байлыҡтың.
Улым, һиңә нәсихәтем,
Килен, һин дә ҡолаҡ һал.
Парлап яһағыҙ аҙымды,
Талмаһын ҡанатығыҙ.
Мәңгелек йәрем һин тиеп,
Өҙөлһөн үҙәгегеҙ.
Ғүмерлеккә юлдаш булһын
Тоғоро йөрәгегеҙ.
Фото: https://unsplash.com/