Мәҙәниәт
14 Июль 2023, 05:30

Ни булһа ла тормош дауам итә...

.

Ни булһа ла тормош дауам итә,
Ҡыйралмаһын рәттән күңелдәр,
Күңел гөлөн шиңдермәйсә тотоу
Ҡай хәлдәрҙә еңел түгел дә…

Тик үҙеңде үҙең йүгәнләмәй
Зар-зар дауылына эйәрһәң,
Оҙон юлда тының етмәүе бар,
Ҡолауың бар алда эйәрҙән.

Ни булһа ла тормош дауам итә,
Донъя дауыл булһа - бул ҡая.
Ҡояш күпме ҡан ҡойошҡа шаһит,
Көс таба бит, йәнә йылмая.

 

Автор:Гөлнара Хәлфетдинова
Читайте нас