Мәҙәниәт
14 Июля 2023, 12:00

Эш сәғәте бөтһә, "көн үтте" тип...

.

Эш сәғәте бөтһә, "көн үтте" тип,
Ҡыуанам да, һуңынан уйлайым:
"Эш сәғәтен һанай-һанай ғына,
Уҙа микән ғүмер, Хоҙайым?".

Мәшәҡәттән арынып туғандарҙың,
Хәлдәрен дә ҡай-саҡ белмәйбеҙ,
Ҡыҫҡа ғына ғүмер сәғәттәрен,
Үпкә һаҡлап сарыф итәбеҙ.

Килер бер көн, шул саҡ аңларбыҙҙыр,
Һуңлағаныбыҙҙы йәшәргә...
Күпме сәйҙәр эселмәйсә ҡалды,
Үпкә һаҡлап бер-беребеҙгә.

Эш сәғәте бөтә... Көндәр үтә,
Туҡтамай ҙа ваҡыт даръяһы,
Үтһен ваҡыт, ләкин, туғандарым,
Үкенестәр генә ҡалмаһын!


Автор:Зөлфиә Йәғәфәрова.
Читайте нас